Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда 14 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың үлем сәбәбе билдәле булды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Тәфтишселәр республиканың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан 14 йәшлек Полина Иванованың үлем сәбәбен асыҡланы. Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығы мәғлүмәте буйынса, уҡыусы поезд аҫтында ҡалған. Әлеге мәлдә ошо осраҡ буйынса тикшереү алып барыла.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 28 декабрҙә төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә 3702-се йөк поезы машинисы тимер юлында бәлиғ булмаған ҡыҙҙың йәнһеҙ кәүҙәһен табып ала.

Әлеге ваҡытта уҡыусыны үлемесле йәрәхәтләгән составты асыҡлайҙар.

«Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләне. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү саралары алып барыла», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Тәфтишселәр тимер юлы етәкселегенә поездар хәрәкәт иткәндә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү һәм хәрәкәттәге составтарҙы видеорегистраторҙар менән йыһазландырыу тураһында тәҡдим әҙерләй.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

27 декабрҙә «Бәйләнештә» селтәрендәге «Балаларҙы эҙләү-Өфө» төркөмөндә 14 йәшлек Полина Иванованың юғалыуы хаҡында хәбәр баҫылғайны. Ҡыҙҙың ата-әсәһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итте. Һуңғы тапҡыр уны кисә көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә күргәндәр.

«Башинформ» агентлығы ҡыҙҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

http://www.bashinform.ru/news/1099308-stala-izvestna-prichina-smerti-14-letney-shkolnitsy-v-bashkirii/?utm_source=vk&utm_medium=manager&utm_campaign=smm

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть