Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Төбәктә «Алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар» өҫтөнлөклө проекты буйынса юл картаһы раҫланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан хөкүмәтендә «Заманса стандарттарҙы һәм алдынғы технологияларҙы иҫәпкә алып юғары квалификациялы белгестәр һәм эшсе кадрҙар әҙерләү» («Алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар») йүнәлешенә ярашлы «Мәғариф» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы раҫланды. План Башҡортостандың Мәғариф министрлығында әҙерләнгән.

Ведомствола асыҡлыҡ индереүҙәренсә, эшсе кадрҙарҙы сифатлыраҡ әҙерләү өсөн министрлыҡтар һәм ведомстволар төбәктәге профилле урта махсус уҡыу йорттарын шефлыҡҡа ала. Мәҫәлән, машиналар эшләү колледжы — Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, ауыл хужалығы урта махсус уҡыу йорттары Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында була.

«Хәҙер власть һәм эш биреүсе бөгөнгә, шулай уҡ 2025 йылға тиклем ниндәй һәм күпме белгес кәрәклеген бергәләп билдәләргә тейеш», — тине республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.

http://www.bashinform.ru/news/1099274-v-bashkirii-utverdili-dorozhnuyu-kartu-po-prioritetnomu-proektu-rabochie-kadry-dlya-peredovykh-tekhn/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть