Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Яңы йыл алдынан күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Бөгөн, 28 декабрҙә, республика Хөкүмәте йортонда күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Награда ойошторолғандан алып 7,5 меңдән ашыу гүзәл зат юғары исемгә лайыҡ булды. Мөһим көн менән Башҡортостан Башлығы исеменән күп балалы ҡатындарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 44 әсә дәүләт наградаһы менән бүләкләнде.

«Бала саҡтан һәр кем Яңы йыл мөғжизәһенә ышана. Был залда йыйылғандар үҙенә кәмендә биш тапҡыр тылсым теләгән һәм ул тормошҡа ашҡан. Балаларығыҙ бөтә ғүмер буйына һеҙгә тик шатлыҡтар килтерер тип ышанам. Башҡортостан Республикаһы илдә беренселәрҙән булып «Әсәлек даны» миҙалын ойошторған (1998 йылда) һәм был иң дәрәжәле наградаларҙың береһе. Әсә йөрәге тормоштағы бөтә ауырлыҡтарҙы үтеп сығырға ярҙам итә. Яңы йылда бөтә теләктәрегеҙ ҡабул булһын», — тине вице-премьер.

Ғаиләләргә ярҙам итеү ил һәм төбәк етәкселеге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора, киләһе йылда социаль йөкләмәләр тулы күләмдә башҡарыласаҡ, тип билдәләне Салауат Сәғитов.

«Дәртләндереүсе саралар ғаиләләрҙең финанс тотороҡлоғон күтәреүгә, һөҙөмтәлә, тыуымды арттырыуға булышлыҡ итәсәк», — тип йомғаҡланы вице-премьер.

http://www.bashinform.ru/news/1099286-v-bashkirii-v-preddverii-novogo-goda-mnogodetnym-materyam-vruchili-medali-materinskaya-slava/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть