Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда 94 ауыл дауаханаһы интернетҡа тоташҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда 94 медицина ойошмаһы бүлексәһе сүс-оптик элемтә линиялары буйынса интернетҡа тоташҡан. Был Рәсәй президенты йөкләмәләрен үтәү маҡсатында эшләнә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Уларҙы килешеү төҙөлгән «Ростелеком» компанияһы башҡара.

Шул рәүешле, федераль проектҡа ингән ауыл участка дауаханалары, табип амбулаторийҙары, дөйөм практика табиптары бүлектәре секундына кәмендә 10 Мбит тиҙлектәге интернетҡа тоташты. Инфраструктура был бүлекселәргә Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы менән тулы ҡеүәттә ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк. Был медицина ярҙамын күрһәтеүҙең сифатын күтәреү өсөн табипҡа яҙылыуҙы ябайлаштырасаҡ, мәғлүмәт эшкәртеүҙе тиҙләтәсәк һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә өр яңы технологиялар менән ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк.

Федераль проект сиктәрендә 2018 йылдың аҙағына тиклем күбеһенсә ауыл ерендә урылашҡан республиканың 230 медицина ойошмаһы бүлексәһен юғары тиҙлектәге интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1099202-v-bashkirii-k-seti-internet-podklyucheno-94-selskie-bolnitsy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть