Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58 ↓

EUR 69.39 ↓

20 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө томан хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Бөгөн, 28 декабрҙә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы көслө томан тураһында хәбәр таратты. Ведомство мәғлүмәте буйынса, кесаҙна республикала урыны менән көслө томан төшөүе һәм юлдарҙа 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе көтөлә.

«Томан ваҡытында автомобилдә хәрәкәт итеүҙең төп критерийҙары: әлеге шарттар өсөн оптималь тиҙлек, иғтибарлылыҡ һәм һаҡлыҡ. Күп кенә водителдәрҙең ошондай хәлдә ҡалғаны бар: ҡуйы томандан капотты ла күрерлек түгел. Бындай саҡта бер аҙ көтөргә кәрәк. Сөнки кюветҡа осҡансы, бер нисә сәғәт көтөп ултырыу яҡшыраҡ», — тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

http://www.bashinform.ru/news/1099199-mchs-bashkirii-preduprezhdaet-o-silnom-tumane-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть