Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58 ↓

EUR 69.39 ↓

20 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

2018 йылда Башҡортостанда ниндәй юбилей даталары билдәләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостандың Милли архивы Мөһим тарихи һәм юбилей даталары календарынының сираттағы сығарылышын әҙерләне.

«Башҡортостан Республикаһының 2018 йылға мөһим һәм иҫтәлекле даталар календары» дәүләт, бөтә донъя һәм халыҡ-ара байрамдар, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың сәйәси, хәрби, мәҙәни тормошондағы әһәмиәтле даталар менән таныштыра. Баҫмаға республикалағы тораҡ пункттарҙың, ҙур предприятие һәм ойошмаларҙың юбилей даталары, күренекле эшмәкәрҙәр хаҡында мәғлүмәттәр тупланған.

Календарь Башҡортостандың архив учреждениелары материалдары һәм республиканың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарынан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә төҙөлгән, энциклопедия, белешмә һәм ваҡытлы баҫмаларҙан мәғлүмәт менән тулыландырылған.

Киләһе йылдың 10 апрелендә — Архангел районында тыуып үҫкән авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы Иван Пстыгоның 100 йыллыҡ юбилейы, 17 мартта — күренекле балет артисы Рудольф Нуриевтың 80 йыллығы, 5 октябрҙә Бәләбәй ҡалаһынан СССР-ҙың халыҡ артисы Инна Чурикованың 75 йәше билдәләнә. Шулай уҡ башҡорт милли хәрәкәте вәкиле Әмир Ҡарамышевтың, билдәле революция хәрәкәте эшмәкәре Баһауетдин Нуримановтың, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың тыуыуына 125 йыл тула. 2018 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең һәм йырсы шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң 100 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләү ҡаралған.

Календарь тәү сиратта республиканың дәүләт власы органдарына, киң мәғлүмәт сараларына, уҡытыусыларға, тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән.

«Башҡортостан Республикаһының 2018 йылға мөһим һәм иҫтәлекле даталар календары» брошюраһы республиканың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарына тапшырыла. Календарҙың электрон версияһы менән Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы сайтында танышырға мөмкин, тип хәбәр итте Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары Нияз Сәлимов.

http://www.bashinform.ru/news/1099173-stalo-izvestno-kakie-yubileynye-daty-otmetyat-v-bashkirii-v-2018-godu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть