Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының төбәктәрҙең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу мәсьәләләренә арналған ултырышында ҡатнашты.

Ултырышта инвестиция мөхитен яҡшыртыу өлкәһендәге аныҡ тәҡдимдәр тикшерелде, бизнесты алып барыу процедураларын ябайлаштырыуҙың маҡсатлы моделдәрен индереү һөҙөмтәләре ҡаралды.

Ултырышты асып, Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн бизнес асыу һәм уны алып барыу, яңы производстволар асыу, тимәк, яңы эш урындары булдырыу, халыҡтың реаль хеҙмәт хаҡын һәм килемен арттырыу өсөн уңайлы шарттары тыуҙырыу төп бурыстар иҫәбендә булыуын белдерҙе.

– Инвестицияларҙы, эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген үҫтереү – был, һис шикһеҙ, иҡтисади бурыс, иҡтисади үҫештең һәм төбәктәрҙең килемле һалым базаһын нығытыу нигеҙе һәм шулай уҡ сәйәси бурыс, – тине дәүләт башлығы. – Сөнки тап ул реаль ресурстар булдыра, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты, социаль өлкәне үҫтереү, ҡала мөхитен төҙөкләндереү һәм яҡшыртыу программаларын, экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ресурстарҙы арттыра.

Шуның менән бергә, Владимир Путин һүҙҙәренсә, инвестиция динамикаһында күп нәмә төбәк идара итеү командаларына бәйле.

Рәсәй Президенты эшлекле мөхитте яҡшыртыу системалы ҡараш талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Милли эшҡыуарлыҡ башланғысы, Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингын үткәреү һәм бизнесты алып барыу процедураларын ябайлаштырыуҙың маҡсатлы моделдәрен индереү уның төп механизмдары булып тора. Атап әйткәндә, Милли эшҡыуарлыҡ башланғысы һөҙөмтәһендә федераль норматив-хоҡуҡи базаны оптималләштерергә, 50-нән ашыу артыҡ административ процедураларҙы бөтөрөргә мөмкин булды.

Дәүләт башлығы  билдәләүенсә, төбәктәрҙең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһенең тағы бер факторы – уларҙың финанс яҡтан тотороҡлоғо.

– Инвесторҙар, бизнес үҙ йөкләмәләрен үтәргә һәләтле, яуаплы, баланслы бюджет сәйәсәтен алып барған, бурысы булмаған төбәктәргә ышана, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Төбәктәрҙең финанс хәлен нығытыу, уларға бурыстарҙы хәл итеү өсөн өҫтәмә ресурстар бүлеү өсөн бюджет кредиттарын реструктуризациялау программаһы эшләй башланы. Владимир Путин фекеренсә, унда тәү сиратта илдең бурыслы төбәктәре ҡатнашырға тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан бурыс йөкләмәһе түбән булған төбәктәр иҫәбенә инә. Яңыраҡ республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында вице-премьер Евгений Гурьев йыл йомғаҡтары буйынса дәүләт бурысы йыл башына 5,4 миллиард һумға (23 процент) кәмеп,18,2 миллиард һум тәшкил итәсәген хәбәр итте.

http://www.bashinform.ru/news/1099023-rustem-khamitov-prinyal-uchastie-v-zasedanii-gossoveta-rossiyskoy-federatsii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть