Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда торлаҡтың баҙар хаҡы аталды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты республиканың беренсел һәм икенсел торлаҡ баҙары хаҡтарын атаны.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, «Бөтә фатир өлгөләре» категорияһында беренсел баҙарҙа дөйөм торлаҡ майҙанының уртаса бер квадрат метры 51,9 мең һумға тиерлек етә, икенсел баҙарҙа — 48,8 мең һум.

Төбәктә беренсел торлаҡ баҙарында уртаса сифаттағы фатирҙарҙың бер «квадраты» 48,2 мең һумға баһалана, яҡшыртылған сифаттағы фатирҙар – 56,9 мең һумға яҡын.

Икенсел торлаҡ баҙарында типлаштырылған фатирҙарҙың бер квадрат метры уртаса 48 мең һум тора. Яҡшыртылған сифаттағы фатирҙар ҡиммәтерәк тора – бер «квадраты» 51,2 мең һумдан юғары. Түбән сифаттағы фатирҙар осһоҙораҡ – квадрат метры 43,7 мең һум.

http://www.bashinform.ru/news/1098791-v-bashkirii-nazvana-rynochnaya-stoimost-zhilya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть