Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.25 ↓

EUR 72.79 ↓

17 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө халҡы эткә ҡарағанда бесәйҙәрҙе нығыраҡ ярата

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Юла» бушлай иғландар сервисы йыл аҙағында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йәшәүселәрҙең бесәйҙәрҙеме әллә эттәрҙе өҫтөнлөк итеүен асыҡларға булды. Өфөлә «Юла» аша эттәргә ҡарағанда бесәйҙәр ике тапҡыр күберәк һатылған, тип хәбәр итә сервистың матбуғат хеҙмәте. Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында бесәйҙәрҙе үҙ итеүселәр 1,5 тапҡырға күберәк.

Владивосток ҡалаһында «Юла»ла эттәрҙе бесәйҙәр кеүек әүҙем алғандар. Ил буйлап иң күп бесәй яратыусылар — Ҡазанда.

Өфөлә һатыуға ҡуйылған иң ҡиммәт эт — 120 мең һумға лабрадор атанан һәм кокер-спаниель әсәнән тыуған көсөк. Ә иң ҡиммәт бесәй — 250 һумлыҡ күҙҙәре төрлө төҫтәге Као-мани тоҡомо вәкиле.

http://www.bashinform.ru/news/1098740-ufimtsy-bolshe-lyubyat-koshek-chem-sobak/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть