Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында яңы депутат

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Яңы йылдан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында яңы депутат. Вакантлы урын КПРФ партияһынан Юнир Ҡотлоғужинға тапшырылды. Был турала ҡарар Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителде. Закондар сығарыу йыйылышында иң оло депутаттан мандат КПРФ партияһының республика бүлексәһе тәҡдим иткән исемлек буйынса киләһе кандидатҡа күсте. Юнир Ҡотлоғужин Өфө ҡала советы депутаты. Ҡала советында ваҡытынан алда вәкәләттәрҙе һалыу тураһында ҡарарҙы 29 декабрҙә тикшереү күҙаллана.

Комиссия ағзалары Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыласаҡ Башҡортостандың төбәк дәүләт телерадиотапшырыуҙар һәм матбуғат баҫмалары ойошмалары, муниципаль телетапшырыуҙар һәм матбуғат баҫмалары ойошмалары исемлеген, шулай уҡ  дәүләт башлығын һайлауҙа мәғлүмәт менән тәьмин итеү буйынса республика Үҙәк һаҡлау комиссияһының һәм Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының уртаҡ эш планын раҫланы.

http://www.bashinform.ru/news/1098692-v-gossobranii-bashkirii-poyavilsya-novyy-deputat/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть