Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75 ↑

EUR 69.25 ↓

19 ғинуар, Йома

Уфа   °

Башҡортостан кадеттары Волга буйы федераль округының Яңы йыл байрамында булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Түбәнге Новгород филармонияһының Кремль концерт залында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ҡарамағында Яңы йыл байрамы үтте.

Байрам тамашаһында Волга буйы төбәктәренән меңләгән бала, шул иҫәптән Волга буйы федераль округында Александр Доставалов исемендәге Башҡортостан кадет корпусынан 20 тәрбиәләнеүсе булды. Шулай уҡ шыршы байрамына балалар йорттары һәм мәктәп-интернаттары тәрбиәләнеүселәре, күп балалы ғаиләләрҙән булған, һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған һәм зыян күргән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре балалары, округтағы ижтимағи әһәмиәтле проекттар еңеүселәре һәм лауреаттар саҡырылғайны.

Йәш ҡатнашыусылар әкиәт тамашаһын ҡараны, Ҡыш бабай һәм Ҡар һылыу менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, һуңынан татлы яңы йыл бүләктәре алды. Округ төбәктәренән килгән ҡунаҡтар Түбәнге Новгородтың иҫтәлекле урындарында булды.

http://www.bashinform.ru/news/1098635-kadety-iz-bashkirii-pobyvali-na-okruzhnoy-novogodney-elke-pfo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть