Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә 13 йәшлек малай әсәһен үлемдән ҡотҡарған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Бер-береһен эскелектә ғәйепләү саҡ фажиғәгә алып килмәне. 24 декабрҙә Дәүләкән районындағы йорттарҙың береһендә 56 йәшлек ир үҙенең 42 йәшлек өйҙәш ҡатынына ике тапҡыр сәнсә. Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 13 йәшлек малайҙың ҡыҫылыуы ғына әсә кешене үлемдән йолоп алып ҡала.

«Үҫмер атаһын этеп ебәрә һәм әсәһе өйҙән йүгереп сығып, ашығыс ярҙам машинаһын саҡырып өлгөрә. Зыян күреүсе дауаханаға оҙатыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ғаиләлә ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе ҡулланып ғауға ҡуптарыу йыш булған. 13 һәм 15 декабрҙә енәйәтсе үҙенең өйҙәшенә үлтереү менән янаған, ә 42 йәшлек ҡатын бынан алда өйҙәшен бысаҡ менән яралаған өсөн хөкөм ителгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

«Кеше ғүмеренә ҡул һуҙыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алыуҙы һорағандар, бәлиғ булмаған малайҙы иһә социаль приютҡа оҙатҡандар.

http://www.bashinform.ru/news/1098355-v-bashkirii-13-letniy-malchik-zakryl-mat-ot-ottsa-kotoryy-pytalsya-ee-zarezat-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть