Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә легендар артистар Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров ордендар менән бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә легендар артистар, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров ордендар менән бүләкләнде. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хөкүмәт наградаларын тапшырҙы. Нурия Ирсаева — Халыҡтар дуҫлығы, Фидан Ғафаров Салауат Юлаев орденын алды.

«Аҡыллы, интеллектуаль һәм эрудициялы кешеләр, үҙ эшенең оҫталары тормошобоҙҙо биҙәй. Беҙҙе онотмағандары өсөн хөкүмәткә рәхмәт. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең тыуған күп милләтле халҡына 50 йылдан ашыу хеҙмәт иткәнем өсөн шатмын, ғүмерем аҙағынаса хеҙмәт итәсәкмен», — тине Фидан Ғафаров бүләкләү тантанаһында.

Популяр актерҙар, тамашасыларҙың яратҡан, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары быйыл үҙҙәренең юбилейҙарын билдәләне. Милли театр сәнғәтендә, Башҡорт драма театрында тотош дәүер ошо ике күренекле артистың исеме менән бәйле. Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров тыуҙырған бик күп образдар тамашасылар күңелендә йәшәй. Геройҙарының күтәренке рухлылығы, психологик тәрәнлеге һәм нескә лиризмы театр һөйөүселәрҙең әллә нисәмә быуынын әсир итте.

Актерҙарҙың Ғәлиә һәм Заһир образдарында сығыш яһауы (Таһир Таһировтың «Ғәлиә»һе), шулай уҡ уларҙың оҫталығы һәм Рим Хәсәновтың Әнғәм Атнабаев шиғырына ижад иткән йыры һөҙөмтәһендә популярлыҡ яулаған дуэты киң билдәлелек алды.

http://www.bashinform.ru/news/1098005-v-ufe-legendarnykh-artistov-nuriyu-irsaevu-i-fidana-gafarova-nagradili-ordenami/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть