Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.25 ↓

EUR 70.84 ↑

16 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә уҡытыусы мәктәптә бәпесләгән һәм сабыйҙы сумкаһына һалып ҡуйған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөнөң Калинин районы мәктәптәренең береһендә башҡа һыймаҫлыҡ хәл теркәлде. Йөклө уҡытыусы белем биреү учреждениеһында бала тапты.

«Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, ҡатындың ҡаны күп аға башлай. Ул мәктәптең бәҙрәфендә бәпесләй. Әлегә раҫланмаған мәғлүмәт буйынса, бала үле килеш тыуған, уның кәүҙәһен уҡытыусы сумкаһына һалып алған.  

Уға ашығыс ярҙам машинаһын саҡырғандар. Әлеге ваҡытта ҡатын ауыр хәлдә дауаханала ята. Табиптарға үҙенең ни өсөн ошондай хәлдә ҡалыуын әйтмәгән. Тикшергән саҡта медиктар уның бала тапҡанлығын асыҡлай. Яңы тыуған сабыйҙы пациенттың сумкаһынан табып алалар.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осраҡ буйынса тикшереү башланған. Сабыйҙың үлем сәбәбен асыҡлау өсөн экспертиза тәғәйенләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1097887-v-ufe-uchitelnitsa-rodila-pryamo-v-shkole-i-polozhila-mertvogo-rebenka-v-sumku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть