Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала йәш ҡатынды бала тапҡандан һуң фалиж һуҡҡан: енәйәт эше ҡуҙғатылған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләнән һуң Өфөлә йәшәгән ҡатын енәйәт эшен ҡуҙғатыуға өлгәште. Республиканың Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәл 2013 йылдың ноябрендә теркәлә. Ул саҡта ҡатын Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының бала табыу бүлексәһендә малайға ғүмер бирә.

«Кесарь киҫелеше ваҡытында пациентҡа анестезия һалына. Ошо процедуранан һуң уның  һаулығына ҙур зыян килә — аяҡтары йөрөмәй башлай», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Тәфтишселәр «Ҡулланыусыларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү» статьяһы буйынса енәйәт эше сиктәрендә тикшереү алып бара.

http://www.bashinform.ru/news/1096838-v-bashkirii-rozhenitsu-paralizovalo-posle-anestezii-vozbuzhdeno-ugolovnoe-delo/?utm_source=vk&utm_medium=manager&utm_campaign=smm

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть