Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала бер ҡатын табиптың үҙ эшенә һалҡын ҡарауы арҡаһында бармаҡһыҙ ҡалған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

2016 йылдың июнендә Бөрө үҙәк район дауаханаһына балыҡтың йөҙгөсө менән бармағын йәрәхәтләгән ҡатын мөрәжәғәт итә. Яраға инфекция ингән булған. Табип уның яраһына зарланыуына иғтибар итмәй һәм рентген һүрәтендә һөйәк-йәрәхәт патологияһы асыҡланмаһа ла, гипс һалып ҡайтара, тип хәбәр итә Бәләбәй ҡала судының матбуғат хеҙмәте.

Икенсе көндө сирле йәнә ошо дауаханалағы табиптарға мөрәжәғәт итә, ләкин медиктар уны бер нисә сәғәт үткәс кенә ҡарай, кискә ҡатынға операция яһайҙар. Артабан пациент бында тағы алты операция кисерә, улар ике бармаҡты киҫеү менән тамамлана. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатынға Өфөлә дауаланырға тура килә, бында уға пластик операция эшләйҙәр.

Зыян күргән ҡатын әхлаҡи һәм матди зыянды ҡаплауҙы талап итеп, Бөрө үҙәк район дауаханаһын судҡа бирә. Дәғүәсе фекеренсә, уға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелмәй: беренсе тапҡыр медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән саҡта табип дөрөҫ диагноз ҡуймай, операцияны дөрөҫ эшләмәү һөҙөмтәһендә һул ҡулының ике бармағынан яҙа.

«Эксперт пациентҡа тейешле диагностика, дауалау һәм операцияны ваҡытында һәм дөрөҫ яһамауҙары, бының иһә дәғүәсенең һул ҡулындағы ике бармағын киҫеп алыуға килтереүе тураһында һығымта яһай», — тиелә суд белдереүендә.

Дауахана зыян күргән кеше файҙаһына — 350 мең һум, 175 мең һум штраф һәм суд сығымдарына аҡса түләргә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1094937-zhitelnitsa-bashkirii-lishilas-paltsev-ruk-iz-za-khalatnosti-vracha-/?utm_source=vk&utm_medium=manager&utm_campaign=smm

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть