Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Синоптиктар Башҡортостанда йәшәүселәргә йылы, ләкин ҡарлы ял көндәре вәғәҙәләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Ҡыштың тәүге айы тамамланып килә, ләкин әлегә ҡар бик аҙ.

Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, алдағы ял көндәрендә, 23 һәм 24 декабрҙә, яуым-төшөм көтөлә. Шәмбе һәм йәкшәмбе Башҡортостандың баш ҡалаһында көндөң болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана. Төндә 8 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -3,-6 градус. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 2-4 метр тиҙлектә иҫә.

Алдағы көндәргә һауа торошо хаҡында һөйләгәндә, Башгидромет белгестәре төндә һауа температураһының -15, -20, республиканың көнсығышында -25,-30°, көндөҙ  -6,-19 буласағын билдәләй. Көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙа төндә -24,-29, көндөҙ -14,-19 градус. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

http://www.bashinform.ru/news/1094347-teplye-vykhodnye-no-so-snegom-obeshchayut-zhitelyam-bashkirii-sinoptiki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть