Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар»ҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәүге ун төбәк иҫәбенә инде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль өҫтөнлөклө проектын бойомға ашырыу рейтингында ун лидер иҫәбенә инде. Республика һигеҙенсе баҫҡысты биләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.

XI «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы майҙансығында рейтинг менән таныштырыу ойошторолдо. Юлсыларҙың эше бер нисә күрһәткес, шул иҫәптән проект офистары эшмәкәрлеге, сифат контроле, йәмәғәтселек менән хеҙмәттәшлек, матбуғатта яҡтыртыу буйынса баһаланды.

2017 йылда Өфө агломерацияһында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар»  федераль өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан – 1 миллиард һум, республика ҡаҙнаһынан – 951,31 миллион һум, урындағы бюджеттан 51, 87 миллион һум аҡса бүленде.

87 объектта, шул иҫәптән 36 юл участкаһында һәм 51 юл хәрәкәтен ойоштороу объектында (юл билдәләрен, светофорҙар, ҡоймалар ҡуйыу) эштәр алып барылды.

2018 йылда Өфөлә 81 саҡрым оҙонлоҡтағы 51 урам-юл селтәре участкаһын ремонтлау ҡаралған. Киләһе йылда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙағы 16 объектта эштәрҙе башҡарыу бурысы тора.

2018 йылға программа менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының сайтында танышырға мөмкин, форумда ла йәмәғәт тикшереүҙәре үткәрелә, теркәлгәндән һуң комментарийҙар ҡалдырырға була.

http://www.bashinform.ru/news/1094138-bashkiriya-voshla-v-top-reytinga-regionov-po-realizatsii-bezopasnykh-i-kachestvennykh-dorog/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть