Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Республикала юлсылар ҡатындың имгәнеүенә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы өсөн 800 мең түләргә тейеш

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Өфөнөң Октябрь районы суды юл предприятиеһын ҡатындың имгәнеүенә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһы өсөн 800 мең һум күләмендә аҡсалата компенсация түләргә мәжбүр итте.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2008 йылда Дыуан районының Михайловка ауылы эргәһендәге юл сатында бер ҡатын юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Фажиғәгә трассала мөһим юл билдәләренең булмауы сәбәпсе. Уларҙы ҡуйыу өсөн юл предприятиеһы яуаплы булған.

Башы һәм умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнеүе арҡаһында ҡатын үҙаллы йөрөү һәләтен юғалтҡан һәм 1 төркөм инвалиды тип танылған.

Шуға бәйле предприятиенан зыян күргән кеше файҙаһына 800 мең һум күләмендә аҡса түләттереү өсөн район прокуратураһы судҡа дәғүә менән мөрәжәғәт итте.

Суд ҡарарын фактик үтәү район прокуратураһы контролендә.

http://www.bashinform.ru/news/1094301-v-bashkirii-dorozhniki-zaplatyat-800-tysyach-za-dtp-v-kotorom-postradala-zhenshchina/?utm_source=vk&utm_medium=manager&utm_campaign=smm

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть