Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.62 ↑

EUR 69.26 ↑

23 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Байыҡ-2017» башҡорт бейеүе конкурсында һигеҙ Гран-при тапшырылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Байыҡ-2017» башҡорт бейеүе конкурсына йомғаҡ яһалды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ-2017» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсының 10 йыллығына бағышланған гала-концерт уҙҙы. Концертты 2018 йылдың 1 ғинуарында эфирҙа ҡарарға мөмкин.

Проекттың 10 йыллығы уңайынан 600-ҙән ашыу бейеүсе бер сәхнәгә йыйылды. Улар — уҙған йылдарҙа Гран-при яулаусылар, «Байыҡ-2017» финалсылары, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Ҡаҙағстан, Мәскәү ҡунаҡтары.

«10 йыл эсендә бәйгене ойоштороусыларҙың, бейеү ҡуйыусыларҙың һәм ансамбль етәкселәренең тырышлығы менән проект байтаҡ уңыштарға өлгәште: яңы бейеүселәр, ансамблдәр, фольклор төркөмдәре, йәш балетмейстерҙар, онотолмаҫлыҡ тамашалар... «Байыҡ» халыҡ мәҙәниәтен һәм башҡорт бейеүе сәнғәтен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә ҙур роль уйнай», — ти проекттың етәксеһе Рита Өмөтбаева.

Концертта һигеҙ Гран-при тапшырылды:

«Соло — ир-егеттәр» номинацияһында — Алмаз Таҡалов, Башҡорт дәүләт аграр университеты;

«Соло — ҡыҙҙар» номинацияһында — Айгөл Сәлтәшева, Көйөргәҙе районы;

«Оло быуын араһында ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле» номинацияһында — «Дим биҙәктәре» бейеү коллективы, Миәкә районы;

«Оло быуын  араһында ир-егеттәр ансамбле» номинацияһында  — Закир Үҙәнбаев исемендәге «Атауҙы» ансамбле (Әбйәлил районы);

«Йәш быуын араһында тулы ансамбль» номинацияһында  — «Сармат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Сибай ҡалаһы;

«Тулы фольклор ансамблдәре» номинацияһында — «Сәсмәүер» фольклор ансамбле, Әбйәлил районы;

«Ҡатын-ҡыҙ фольклор ансамблдәре» номинацияһында — «Әхирәттәр» халыҡ фольклор ансамбле, Әбйәлил районы, «Аҡ тирәк» фольклор ансамбле, Мәсетле районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре.

Йыл хореографы – Йәмилә Бикбаева, йыл репетиторы – Илдар Хәтмуллин. Ҡалған финалсылар башҡорт бейеүе телевизион конкурсының I, II, III дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды һәм «Байыҡ»тан исемле бүләктәр алды.

http://www.bashinform.ru/news/1093538-v-ufe-na-konkurse-bashkirskogo-tantsa-baik-2017-vruchili-tselykh-vosem-gran-pri-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть