Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

35 мең һәм унан да күберәк: Башҡортостанда яңы вакансиялар баҫылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы 35 мең һумдан ашыуыраҡ эш хаҡы түләнгән яңы вакансиялар хаҡында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, «Империя» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Өфөлә эшләү өсөн сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшөндә проект-смета эштәре буйынса инженер талап ителә. Юғары белем, «инженер-сметчик» һөнәренә эйә булыу, биш йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе, КС-2, КС-3, «Гранд-смета» программаларын белергә кәрәк.

Хеҙмәт хаҡы — 35 мең һум.

Өфөләге «Центр ПРО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә табип-гинеколог талап ителә. Эш тәжрибәһе бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

Эш график буйынса.

Хеҙмәт хаҡы — 35 мең һум.

Баш ҡалалағы «РИО Люкс» күсемһеҙ милек агентлығы риэлтор эҙләй, эш тәжрибәһе кәрәк. Хеҙмәткәрҙең бурыстары: клиенттар базаһы менән эшләү, һөйләшеүҙәр алып барыу, күсемһеҙ милек объекттарын күрһәтеү, килешеүҙәр төҙөү, консультациялар биреү.

Хеҙмәт хаҡы — 50-90 мең һум.

Октябрьскийҙағы «Стройтранс-логистик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһенә эйә «С» һәм «Е» категориялы йөк автомобиле водителе талап ителә. Башҡортостан буйлап вахта ысулы.

Хеҙмәт хаҡы — 37,5 мең һум, социаль пакет.

«Автобан» юл-төҙөлөш компанияһы акционерҙар йәмғиәте Мәскәү өлкәһендә эшләү өсөн автогрейдер машинисын, йөк тейәгес водителен һәм үҙйөрөшлө каток машинисын ҡабул итә. Эш тәжрибәһе бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

Хеҙмәт хаҡы — 60-70 мең һум.

«Торгмастер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә Өфөлә эшләү өсөн ваҡлап сауҙа итеү предприятиеһы директоры талап ителә. Етәксе вазифаһында эшләү тәжрибәһе мотлаҡ.

Уның бурыстары: магазинда сауҙа итеүҙе ойоштороу, хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтеү һәм уҡытыу, магазиндың план күрһәткестәрен үтәү.

Хеҙмәт хаҡы — 40 мең һум.

Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1093961-35-tysyach-i-vyshe-v-bashkirii-opublikovany-novye-vakansii-/?utm_medium=right_p2&utm_content=right_p2_popular1_&utm_source=bashinform

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть