Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.25 ↓

EUR 72.79 ↓

17 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республика булышлығында бер нисә район суды өй туйланы – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Һуңғы йылдарҙа республикалағы бер нисә район һәм ҡала суды яңы биналарға күсте. Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы суд системаһының 95 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ошо турала хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, «2013-2020 йылдарҙа Рәсәйҙең суд системаһын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә судтарҙың матди-техник базаһын нығытыу буйынса саралар комплексы тормошҡа ашырыла.

– Суд органдары эшмәкәрлеген мәғлүмәтләштереү һөҙөмтәһендә документтар әйләнешенең тиҙлеге, һәм, иң мөһиме, уларҙың эшендә асыҡлыҡ артты. Һуңғы йылдарҙа ғына республика булышлығында Салауат һәм Миәкә райондары суды, Иглин район-ара һәм Бәләбәй ҡала суды өй туйланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Быйыл Благовар, Асҡын, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында мировой судьяларҙың суд участкалары биналары төҙөкләндерелде. Суд ултырыштары залдары өсөн өҫтәмә майҙандар бүленә. Судтарҙы матди-техник яҡтан тәьмин итеү йәһәтенән тулы тәртип булдырғансы ошо эште дауам итергә ниәтләйбеҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1093892-pri-podderzhke-respubliki-spravili-novosele-neskolko-rayonnykh-sudov-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть