Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Американдар башҡорт ҡурайы менән ҡыҙыҡһына

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Американдар башҡорт ҡурайы менән ҡыҙыҡһына. Был турала билдәле музыкант Рәмил Ғәйзуллин хәбәр итте. Ул Алматыла Ҡаҙағстан этнографияһының 200 йыллығына арналған «XXI быуатта традицион музыка» халыҡ-ара ғилми конференцияһында ҡатнашты.

Рәмил Ғәйзуллин Алматыға Курмангазы исемендәге Милли консерваторияның саҡырыуы буйынса барҙы. Уның доклады «Башҡорт халҡының тынлы уйын ҡоралдары» тип аталды. Сарала шулай уҡ Төркиә, АҠШ, Венгрия, Үзбәкстан, Бөйөк Британия, Молдова, Ҡырғыҙстан, Рәсәй ғалимдары ҡатнашты. Мәскәү консерваторияһынан да уҡытыусы-ғалимдар бар ине.

«АҠШ-тан ғалим-тикшеренеүсе Пост Дженифер үҙ сығышында ҡурай тураһында әйтеп үтте. Ләкин минең докладымды тыңлағандан һәм тәүге тапҡыр ҡурайҙы күргәндән һуң, беҙҙең милли уйын ҡоралыбыҙға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Ул мине Аризона университетына конференцияға саҡырҙы», — тип һөйләне Рәмил Ғәйзулллин.

Конференция барышында оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, Ҡаҙағстандың сәнғәт оҫталары һәм конференция ҡунаҡтары ҡатнашлығында гала-концерт уҙҙы.

Рәмил Ғәйзуллин — ҡурайсы, дирижер, Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрына нигеҙ һалған. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы.

http://www.bashinform.ru/news/1093829-amerikantsy-zainteresovalis-bashkirskim-kuraem-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть