Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.27 ↑

EUR 73.48 ↓

20 июль, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Бөгөн кесе эшҡыуарлыҡ тулайым төбәк продуктының өстән бер өлөшөн тәьмин итә»

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда иҡтисадта һәм социаль өлкәлә кесе эшҡыуарлыҡ өлөшөнөң артыуы билдәләнә. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк Хөкүмәте ултырышында хәбәр итте.

— Дөйөм алғанда, теләгәнсә тиҙ түгел, әммә иҡтисадта һәм социаль өлкәлә эшҡыуарлыҡтың өлөшөн арттырыу йәһәтенән маҡсатлы хәрәкәт итәбеҙ. Бөгөн кесе эшҡыуарлыҡ дөйөм республика тауар әйләнешенең яртыһынан күберәген һәм тулайым төбәк продуктының яҡынса өстән бер өлөшөн тәьмин итә. Хеҙмәткәрҙең дүрттән бер өлөшө был өлкәлә мәшғүл, – тине Рөстәм Хәмитов. – Йыл башынан кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарының һаны 4 меңгә – 140 меңгә хәтлем артты. Был тотороҡло үҫеш 2015 йылда уҡ билдәләнгәйне, йыл һайын 4-5 мең яңы бәләкәй компания өҫтәлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала 2030 йылға тиклемге осорға төбәктә Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү стратегияһы раҫланды. Ул эшҡыуарлыҡ субъекттарының иҫәбен һәм уларҙың әйләнешен, шулай уҡ иҡтисад өлкәһендә мәшғүл халыҡты арттырыуҙы күҙ уңында тота.

http://www.bashinform.ru/news/1093846-rustem-khamitov-malyy-biznes-segodnya-obespechivaet-okolo-treti-valovogo-regionalnogo-produkta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть