Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Республика ҡалаларының береһендә Хушлашыу йорто барлыҡҡа киләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Стәрлетамаҡта ҡалала тәүге Хушлашыу йортон асыу күҙаллана. Махсус урын мәрхүм менән туғандарының һәм яҡындарының хушлашыуы өсөн тәғәйенләнә.

Ҡала хакимиәтенең финанс идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, был проект халыҡтың ысын һәм көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә тәғәйенләнгән Урындағы башланғыстар программалары сиктәрендә һайлап алынған һәм ҡалған 11 еңеүсе иҫәбендә тормошҡа ашырыу өсөн республика һәм ҡала бюджеттарынан субсидия ала.

Карл Маркс урамы, 126 адресы буйынса бина ла һайланған. Зал мәрхүмдең диненә һәм туғандарының теләгенә ҡарап тейешенсә биҙәлә. Шулай уҡ бында тейешле йолалар уҙғарыу өсөн дин әһелен саҡырырға мөмкин. Туғандары һәм яҡындары өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырыла. Бинала һауаны таҙартыу һәм температураны көйләү өсөн ҡоролма ҡаралған. Хушлашыу сараһын үткәрергә ойоштороусы ярҙам итәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1093771-v-bashkirii-poyavitsya-pervyy-v-respublike-dom-proshchaniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть