Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.40 ↓

EUR 75.65 ↑

18 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәйҙә рәсми рәүештә президент һайлау кампанияһы башланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Бөгөн, дүшәмбе, тауыш биреү көнөнә тиклем теүәл өс ай алдан, Рәсәй Президентын һайлау кампанияһы рәсми башланып китте, тип мәғлүмәт еткерә ТАСС агентлығы. Ошо мәлдән алып бөтә һайлау ғәмәлдәре срогы иҫәпкә алына.

«Российская газета» баҫмаһында Федерация Советының һайлауҙы 2018 йылдың 18 мартына тәғәйенләү тураһындағы ҡарарының баҫылып сығыуы кампанияға старт бирҙе. Һайлау Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуының дүрт йыллығына тура килә. Кандидаттарға съезда рәсми тәҡдим ителеү йәки һайлаусылар төркөмдәре йыйылыштарында хуплау табыу, Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырыу, ҡултамғалар йыйыу, ҙур агитация эшен үткәреү һәм телевидениела, радиола оппоненттар менән дебаттарҙа көс һынашыу өсөн 90 көн бирелә.

ТАСС агентлығына Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко аңлатыуынса, үҙ-үҙҙен тәҡдим итеүселәр 20 көн дауамында үҙ файҙаһына һайлаусылар йыйылышын уҙғарып, Үҙәк һайлау комиссияһына осрашыу протоколы һәм башҡа кәрәкле документтар менән килә ала. Партияларға йыйылыштар үткәреү һәм кандидаттар тәҡдим итеү өсөн күберәк ваҡыт – 25 көн бирелә, шунан һуң Үҙәк һайлау комиссияһы бөтә документтарҙы тикшерә, вәкәләтле партияларҙы һәм дәғүәселәрҙең финанс мәсьәләләре буйынса вәкилдәрҙе теркәй, махсус һайлау иҫәбен асыуға рөхсәт бирә – һәм кандидаттар ҡултамғалар йыя башлай ала. Ошондай талап ҡуйылмағандар (парламент партиялары вәкилдәре) 27 декабрҙән теркәүгә документтарын тапшырыу мөмкинлегенә эйә. Был осор 31 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 6-ла тамамлана.  

Президент һайлауын үткәреүгә федераль бюджеттан 14,9 миллиард һум бүленде. Һайлауҙы тәғәйенләү тураһындағы ҡарар баҫылып сыҡҡандан һуң Үҙәк һайлау комиссияһы ошо финанстар менән ҡуллана ала, тип алдан аңлаттылар ведомствола. Бөгөн Үҙәк һайлау комиссияһы ултырыш уҙғара. Унда президент һайлау кампанияһының календарь планы раҫлана һәм һайлауҙар уҙғарыуға тәғәйенләнгән бюджет саралары бүленә.

http://www.bashinform.ru/news/1094099-v-rossii-ofitsialno-nachalas-prezidentskaya-izbiratelnaya-kampaniya/

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть