Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

21 декабрҙә Өфөлә төрлө профилле вакансиялар йәрминкәһе үтә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

21 декабрҙә Өфө мәшғүллек хеҙмәте коммуналь, социаль, шәхси һәм һаҡ хеҙмәттәрен күрһәтеүсе предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың вакансиялар йәрминкәһен уҙғара.

Эш эҙләүселәргә тәҡдим ителәсәк вакансиялар араһында – администратор, юрист, автомобиль водителе, йөксө, диспетчер, урам һепереүсе, ҡыйыҡ ябаусы, менеджер, мастер, маляр, ашнаҡсы, балта оҫтаһы, слесарь, тракторсы, электрик һәм электр, газ менән иретеп йәбештереүсе.

Ғәҙәттәгесә йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог кәңәштәре, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар биреү ҡаралған.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1093348-21-dekabrya-v-ufe-sostoitsya-yarmarka-raznoprofilnykh-vakansiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть