Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Водителдәр махсус рәүештә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилет кейергә тейеш – Рәсәй Хөкүмәте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Хөкүмәтенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең яңы пунктына ярашлы, водителдәр төнгө ҡараңғылыҡта тораҡ пунктынан ситтә туҡтарға мәжбүр булғанда яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы куртка йәки жилет кейергә тейеш.

Тейешле ҡарар шәмбе, 16 декабрҙә, министрҙар кабинеты сайтында баҫылды.

«Известия» гәзите аңлатыуынса, 2017 йылдың алты айында илдә ҡараңғы ваҡытта юл ситендә туҡтаған 66 водитель тапалған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,8 процентҡа күберәк.

Алдан Рәсәйҙә йәйәүлеләр өсөн ошондай уҡ талап ҡабул ителде, улар тораҡ пунктынан ситтә йөрөгәндә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар йөрөтөргә тейеш. Һөҙөмтәлә 2017 йылдың алты айында йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл транспорт-ваҡиғаһын 10,2- процентҡа – 7,5 меңгә тиклем кәметеп булды.

Яңы ҡарар рәсми рәүештә баҫылғандан һуң 90 көн үткәс үҙ көсөнә инә. Декабрь башында Дәүләт автоинспекцияһында водителдәрҙең юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары менән аралашыуын фотоға һәм видеоға төшөрөү хоҡуғын раҫланылар. Шул уҡ ваҡытта был инспекторҙың эшенә ҡамасаулағанда йәки районда оператив саралар уҙғарылғанда ул водителдең фотоға һәм видеоға төшөрөү хоҡуғын сикләй ала.

http://www.bashinform.ru/news/1093805-voditeley-obyazali-odevat-svetootrazhayushchie-zhilety-pravitelstvo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть