Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында Матбуғат балы: 2017 йылдың иң яҡшы журналистары иғлан ителде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Матбуғат балында иң яҡшы журналистарҙы иғлан иттеләр. Яҡшы йолаға әүерелгән сарала 2017 йылға йомғаҡ яһалды. Унда федераль, республика һәм район киң мәғлүмәт саралары, корпоратив баҫма вәкилдәре, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, алдынғы предприятиелар һәм компаниялар матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Быйыл Матбуғат балында ҡатнашыусыларҙы видеомөрәжәғәт аша Ҡытай, Чехия, Америка Ҡушма Штаттары һәм Санкт-Петербург киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре сәләмләне.

Төрлө тармаҡ буйынса лауреаттар билдәләнде, шулай уҡ «Йыл журналисы» исеменә лайыҡ булыусы иғлан ителде. «Туймазинский вестник» гәзитенән Алексей Шильников еңеүсе булды. Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһы «Башкортостан» («Рәсәй1-Башҡортостан» телеканалы) дәүләт телерадиокомпанияһының Мәғлүмәт тапшырыуҙары хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе Эльвира Ямшанова «Иҡтисад һәм финанстар» номинацияһында наградаға лайыҡ булды, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ғәлиә Нәбиева «Сәйәсәт һәм йәмғиәт» номинацияһында билдәләнде.

«Тамаша» журналының баш мөхәррире Сөләймән Латыпов «Мәҙәниәт һәм сәнғәт» номинацияһында бөтәһен дә уҙып китте. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының бүлек мөхәррире Әлмира Кирәева – «Социаль яҡлау» номинацияһында, «Аргументы и факты» гәзите журналисы Айгөл Мусина «Мәғариф» номинацияһында еңеү яуланы.

«Уфимские ведомости» гәзитенең спорт журналисы Марат Лотфурахманов – «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше» номинацияһында, «Вся Уфа» продюсер үҙәге» телеканалы хәбәрсеһе, продюсер Илья Боровских «Сәләмәтлек» номинацияһында иң яҡшыһы булды.

«Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телекомпанияһының төп яңылыҡтар тапшырыуы редакцияһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллинға – «Экология» номинацияһында, «Сибайский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Альбина Ишморатоваға «Сәнәғәт һәм инвестициялар» номинацияһында награда тапшырылды. «Кесе ватан» номинацияһында «Ашҡаҙар таңдары» гәзите хәбәрсеһе Гөлфиә Әхмәрова бүләкләнде.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте иң яҡшы матбуғат хеҙмәте тип аталды, «Республика Башкортостан» гәзитенән Елена Шарованың сәхифәһе – социаль селтәрҙә иң яҡшы журналист сәхифәһе.

«Башҡортостан юлдаш телевидениеһы»ның «Бизнес-проба» проекты Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының махсус номинацияһында билдәләнде.

«Туймазинский вестник» гәзите редакцияһы Экология йылын иң яҡшы яҡтыртҡан өсөн Рус география йәмғиәтенең махсус номинацияһында бүләкләнде.

http://www.bashinform.ru/news/1093665-bal-pressy-v-stolitse-bashkortostana-nazvany-luchshie-zhurnalisty-2017-goda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть