Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Бер йылдан ашыу элек юғалған Өфө егете Илгиз Мөхәмәтдиновтың яҙмышы билдәле булды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Бер йылдан ашыу элек юғалған Өфө егете Илгиз Мөхәмәтдиновтың яҙмышы билдәле булды: ул үлгән. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның әсәһе Айгөл Ғонсарова хәбәр итте.

«Хәҙер минең улым был донъяла юҡ инде. Илгизде быйыл август айында Ағиҙел буйында таптылар. 15 декабрҙә уны ауылға алып ҡайтабыҙ һәм шунда ерләйбеҙ. Ошо ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙған, бер-береһенә хәбәр ебәргән кешеләрҙең һәммәһенә лә рәхмәт белдерәм», — тип яҙҙы ҡатын.

Өфө егетенең ниндәй шарттарҙа һәләк булыуы хаҡында хәбәр ителмәй.

20 йәшлек Илгиз Мөхәмәтдинов уҙған йылдың 20 октябрендә өйҙән сығып китә. Ирекмәндәр ҙә, полицейскийҙар ҙа уның эҙенә төшә алмай.

«Башинформ» агентлығы егеттең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

http://www.bashinform.ru/news/1093605-stala-izvestna-sudba-propavshego-bolshe-goda-nazad-ilgiza-mukhametdinova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть