Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Манатау» тау саңғыһы проектын хупланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың граждандарҙы ҡабул итеүе барышында Иглин районы фермеры Шамил Зарипов Манатау ауылы янындағы урындың туризмды үҫтереү өсөн уңайлы булыуы хаҡында һөйләне.

Бер нисә йыл элек сит ил инвесторы бында тау саңғыһы комплексын төҙөргә ниәтләгән. Ләкин 2010 йылда ташҡын осоронда Ләмәҙ йылғаһы аша күперҙең емерелеүе сәбәпле проект тормошҡа ашмай ҡала.

2010-2011 йылдарҙа бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә яңы күпер һалына башлай, аҡса етмәгәнлектән, төҙөлөш туҡтатыла. Әле объект буйынса проект документацияһы юҡ, эштәрҙе дауам итеү байтаҡ – 50 миллион һумдан ашыу аҡса талап итә.

Төбәк башлығы М-5 трассаһынан Манатау ауылына тиклемге юлдың торошо менән ҡыҙыҡһынды. Шамил Зарипов әйтеүенсә, 22 саҡрымдан 6 саҡрымына ғына асфальт түшәлгән.

Фермер ошо урындың фотоһүрәттәрен күрһәтте.

– Мин тау саңғыһы үҙәге өсөн аҡса һорамайым, – тине фермер. – Юл һәм күпер булһа, үҙенән-үҙе үҫешер. Географик яҡтан ҡарағанда, был – бик ҡыҙыҡлы урын. 1-2 саҡрым оҙонлоҡтағы биш-алты трасса һалырға  мөмкин. Потенциаль инвестор бар.

Башҡортостан Башлығы «нулдән» тау саңғыһы курорттарының киләсәге һәйбәт, сөнки заманса алымдарҙы проектлау этабында уҡ ҡулланырға мөмкин булыуын билдәләне.

Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә күпер һалыуҙы тамамлау мөмкинлеген ҡарарға һәм «Манатау» проектының перспективаларын, шул иҫәптән тау саңғыһы комплексын асыу йәһәтенән, өйрәнергә ҡушты.

http://www.bashinform.ru/news/1093277-rustem-khamitov-podderzhal-gornolyzhnyy-proekt-managore/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть