Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Электр өсөн бурыс арҡаһында Өфөлә трамвайҙар һәм троллейбустар йәнә йөрөмәй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

15 декабрҙән алып Өфөлә трамвайҙар һәм троллейбустар йәнә йөрөмәй. Бурыстар арҡаһында маршруттар туҡтатылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан энергия һатыу компанияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был бөтәһе 21 маршрутҡа ҡағыла, шуларҙың 14-е – троллейбус һәм етәүһе – трамвай.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы аныҡлауынса, улар 1, 2, 3, 4, 8 9, 10, 12, 13, 13к, 15, 19, 21, 22 — троллейбустар һәм 1,5, 7, 8, 10, 16, 18 — трамвайҙар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 ноябрҙә республиканың баш ҡалаһында электр транспорты инфраструктураһын энергия менән тәьмин итеүгә өлөшләтә сикләү индерелгәйне. Ул саҡта Өфөләге троллейбустарҙың һәм трамвайҙарҙың эшен тәьмин иткән предприятиеларҙың электр өсөн 200 миллион һумдан ашыу бурысы булыуы билдәләнде.

29 ноябрҙә көндөҙгә сәғәт 2-лә ҡаланың көньяҡ, үҙәк өлөшөн хеҙмәтләндергән трамвайҙар һәм троллейбустар хәрәкәте тергеҙелде, ләкин, күреүебеҙсә, оҙаҡҡа түгел.

http://www.bashinform.ru/news/1093536-ufa-vnov-ostanetsya-bez-tramvaev-i-trolleybusov-iz-za-dolgov-za-elektrichestvo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть