Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә танылған композитор Урал Иҙелбаев ике ҙур музыкаль проект әҙерләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Танылған башҡорт композиторы Урал Иҙелбаев «Урал легендалары» һәм «Урал йәүһәрҙәре» тигән ике ҙур музыкаль проект әҙерләй.

2018 йылдың 2 февралендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында композиторҙың юбилейы уңайынан «Урал легендалары» исемле этник музыка концерты уҙа. Программала киң билдәле башҡорт йырҙары һәм Урал Иҙелбаев эшкәртеүендәге бейеү композициялары яңғырай. Шулай уҡ авторҙың үҙенсәлекле музыкаһын — тыуған ер, башҡорт еренең батырҙары, спектаклдәргә яҙылған көйҙәрҙе ишетергә мөмкин. Концертта билдәле ижади коллективтар — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү театры, «Йатаған» этно-төркөмө, шулай уҡ солистар Роберт Юлдашев, Рәсүл Ҡарабулатов, Рәис Низаметдинов һәм «Ирәмәл» төркөмө, Диана Ишниязова, Марсель Ҡотоев, Тимур Рамазанов, Илсур Тайсин, Гөлнур Ҡарабулатова, Диләрә Иҙелбаева, Зилиә Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары ҡатнаша.

3 февралдә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаевтың «Урал йәүһәрҙәре» тип аталған юбилей кисәһе була. Концертта Нурия Ирсаева, Фидан Ғафаров, Роберт Юлдашев, Сәғиҙулла Байегет, Азамат Ғафаров, Алһыу Ғәлина, Руслан Сәйфетдинов, Марсель Ҡотоев, Айгиз Ханов, Вадим Зәкиев, Диана Ишниязова, Гөлнур Ҡарабулатова, Диләрә Иҙелбаева, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры театры, «Нур» театры, Ҡурсаҡ театры, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллективтары ҡатнаша.

Урал Иҙелбаев 1972 йылдың 15 декабрендә Сибайҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова һәм оло ғалим Мирас Иҙелбаевтың ғаиләһендә тыуған. Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында композиторҙың көйөн башҡарған «Аҡйондоҙ» төркөмө ҙур популярлыҡ яуланы.

http://www.bashinform.ru/news/1093230-v-ufe-izvestnyy-kompozitor-ural-idelbaev-gotovit-dva-krupnykh-muzykalnykh-proekta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть