Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Промсвязьбанк»та — ваҡытлыса хакимиәт

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәй банкы Банк секторын консолидациялау фонды аҡсаһы аша «Промсвязьбанк»та санация үткәрә, тиелә яйға һалыусының белдереүендә. Үҙәк банк кредит ойошмаһына ликвидлыҡ өсөн аҡса бирә, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.  

Бынан тыш, Рәсәй банкы «Промсвязьбанк»та ваҡытлыса етәкселек билдәләргә ҡарар итте. Ваҡытлыса хакимиәттең бурыстары Банк секторын консолидациялау фондының идара итеү компанияһына йөкмәтелә.  

Кредиторҙарҙың талаптарын ҡәнәғәтләндереүгә мораторий индерелмәй.  

Активтарҙың дәүмәле буйынса «Промсвязьбанк» Рәсәй банктары араһында туғыҙынсы урында тора. Ағымдағы йылдың 1 декабренә банктың активтары 1,3 триллион һум тәшкил иткән. Банк әһәмиәтле ойошмалар исемлегенә инә.

Әле Башҡортостандың баш ҡалаһында банктың өс офисы иҫәпләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1093412-tsentrobank-vvel-vremennuyu-administratsiyu-v-promsvyazbanke-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть