Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Салауат районындағы туристик урындарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың граждандарҙы ҡабул итеүе барышында Салауат районынан Әлиә Ғилметдинова Лаҡлы ауылында тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм сүп-сар йыйыуға контролде көсәйтеүҙе үтенде.

Уның һүҙҙәренсә, урындағы тәбиғәттең матурлығы йыл һайын Рәсәй төбәктәренән бик күп туристарҙы йәлеп итә. Улар Әй йылғаһы буйында ут яға, кәйеф-сафа ҡорғандан һуң өйөм-өйөм сүп-сар ҡалдыра. Шуға бәйле ауыл халҡы үҙ көсө менән биләмәне йыйыштырырға һәм сүп-сарҙан таҙартырға мәжбүр. Бынан тыш, йылға буйында цивилизациялы ял итеү өсөн бер ниндәй шарттар ҙа булдырылмаған: парковкалар, урналар, пикник өсөн майҙансыҡтар юҡ.

Рөстәм Хәмитов тейешле инфраструктура булдырыу кәрәклегенә айырыуса иғтибар биреп, республика Хөкүмәтенә һәм район хакимиәтенә муниципалитетта туризмды үҫтереү программаһында ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты.

http://www.bashinform.ru/news/1093263-rustem-khamitov-poruchil-privesti-v-poryadok-turisticheskie-mesta-v-salavatskom-rayone/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть