Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.25 ↓

EUR 72.79 ↓

17 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала һалымсылар «Яңы йылға — бурысһыҙ» акцияһын уҙғара

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

15, 16, 17, 22, 23 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-гә тиклем ҙур сауҙа үҙәктәрендә инспекторҙар граждандарҙы ҡабул итә. Сараларҙа Ҡыш бабай ҙа ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр  Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан.

Өфөлә күсмә офистар «Мега», «Планета», «Үҙәк», «Меркурий», «Радуга-ЭКСПО» комплекстарында, «Окей» гипермаркетында, Дим биҫтәһедәге «Магнит» магазинында;

Стәрлетамаҡта — «Арбат» сауҙа үҙәгендә;

Салауатта — «Ҡала баҙары» сауҙа үҙәгендә;

Ишембайҙа — «Ишембай-Ирәмәл»дә;

Нефтекамала — Үҙәк баҙарҙа;

Сибайҙа «Урал аръяғы» сауҙа комплексында ойошторола.

Бында мөлкәт һалымдары буйынса бурыстың булыу-булмауы тураһында белергә һәм уны түләү өсөн квитанция алырға мөмкин. Шулай уҡ эштәр торошон күп функциялы үҙәк офистарында, прописка урыны йәки мөлкәттең урынлашҡан ере буйынса һалым инспекцияһында, дәүләт хеҙмәттәре сайтында йәки һалым түләүсенең шәхси кабинетында тикшерергә була.

http://www.bashinform.ru/news/1093020-v-bashkirii-nalogoviki-provedut-aktsiyu-v-novyy-god-bez-dolgov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть