Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Coca-Cola Раштыуа карауаны Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ике туҡталыш яһай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

10 декабрҙә Coca-Cola Раштыуа карауаны ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға байрам бүләк итеү өсөн Рәсәй буйлап традицион турға юлланды.

Компанияның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл сағыу биҙәлгән йөк машиналарын Рәсәйҙең үҙәк өлөшө, Урал буйы, Көньяҡ, Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығыштағы 69 тораҡ пунктта күрергә мөмкин. Улар бөтәһе 138 туҡталыш яһарға ниәтләй. Раштыуа карауаны хәрәкәте 2018 йылдың 7 ғинуарына тиклем дауам итә.

Башҡортостанда карауан 25 декабрҙә — Өфөлә, икенсе көндө, 26 декабрҙә, Стәрлетамаҡта туҡтай. Һәр ҡалала Ҡыш бабайҙар һәм Санта-Клаустар викториналар ойоштора һәм бүләктәр тарата.

«Раштыуа карауаны»ның килеү ваҡыты һәм уның маршруты һуңғараҡ билдәле буласаҡ.

«Раштыуа карауаны» 1995 йылдан алып эшләй. Кампания барышында ирекмәндәр аҙ тәьмин ителгән һәм социаль яҡтан яҡланмаған балаларға, үҫмерҙәргә бүләктәр тарата, улар өсөн социаль, һөнәри йүнәлештәге төрлө саралар һәм оҫталыҡ дәрестәрен ойоштора.

http://www.bashinform.ru/news/1093223-v-bashkirii-rozhdestvenskiy-karavan-coca-cola-sdelaet-dve-ostanovki-v-ufe-i-v-sterlitamake/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть