Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.62 ↑

EUR 69.26 ↑

23 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә саңғыла йүгереү буйынса ГТО нормаларын тапшырырға теләүселәрҙе «Биатлон» комплексында көтәләр

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Шәмбе, 16 декабрҙә, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» төбәк тест үткәреү үҙәге 1,2 һәм 3,5 саҡрым арауыҡта саңғыла йүгереү буйынса норматив ҡабул итә. 6-70 йәштә һәм унан өлкән бөтә теләүселәр ҙә норматив тапшыра ала.

Сараны уҙғарыу урыны һәм ваҡыты: иртәнге сәғәт 12-нән көндөҙгө 3-кә саҡлы «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексында (Комаров урамы, 1). Ҡатнашыусыларҙы иртәнге 12-нән 3-сө яртыға тиклем теркәйҙәр.

Үҙең менән участка терапевт табибынан медицина белешмәһе йәки һәр ҡатнашыусыға медицина хеҙмәткәре рөхсәт биргән коллектив заявка, паспорт йәки тыуыу тураһында таныҡлыҡ (14 йәшкәсә), уникаль идентификация номеры булырға тейеш.

«Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексында саңғы кәрәк-яраҡтарын алып торорға мөмкин. Ул 150 һум тора. Бының өсөн паспорт кәрәк.

Шулай уҡ Максим Чудов клубының квалификациялы тренерҙары менән йүгереү һәм саңғыла йүгереү буйынса нормативтар үтәүгә әҙерләнеү мөмкинлеге бар. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

Белешмәләр өсөн телефон: 275-275-3.

http://www.bashinform.ru/news/1093256-v-ufe-zhelayushchikh-sdat-normativy-gto-po-begu-na-lyzhakh-zhdut-v-sok-biatlon/

Теги: ГТО
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть