Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Әбйәлил районында аҡ цемент заводы төҙөләсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге аҡ цемент етештереү буйынса завод проекты менән тулыланды. Уны Әбйәлил районында төҙөйҙәр. Дөйөм инвестициялар күләме – 2,9 миллиард һум. 360 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Инвесторы – «Цемикс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, уның ойоштороусыһы – Австрияның «Ласселсбергер» компанияһы. Был объектты 2019 йылда төҙөү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығынан.

Аҡ цемент – юғары эстетик сифаттарға эйә булған сифатлы төҙөлөш материалы. Ул биналар төҙөлөшөндә, ҡойоп яһалған иҙән эшләүҙә ҡулланыла, биҙәү ҡатышмаларының бер өлөшө булып тора.

http://www.bashinform.ru/news/1093289-v-abzelilovskom-rayone-bashkirii-postroyat-zavod-belogo-tsementa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть