Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә билдәле Рәсәй йырсылары ҡатнашлығында «Дүртәүҙең йөрәге» хәйриә концерты үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Рәсәйҙең билдәле опера йырсылары ҡатнашлығында «Дүртәүҙең йөрәге» хәйриә концерты үтте. Уны «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ете йылы тулған «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды ойошторҙо. Концерт тамашасылары араһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм «Мәрхәмәт» фонды советы рәйесе Гөлшат Хәмитова булды.

Өфөлә бер сәхнәлә тәүгә бөтөн Рәсәйҙең иң сағыу опера йырсылары: Екатерина Сергеева (Мариин театры), Гөлнара Низамова (Краснодар музыка театры), Илья Говзич (Ҙур театр), Александр Миминошвили (Ҙур театр) йыйылды. Улар Раушан Яҡупов етәкселегендә Башҡортостан Милли симфоник оркестры оҙатыуында опера арияларын башҡарҙы.

Билеттарҙан кергән бөтә аҡса фонд тәрбиәләнеүселәренә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙамға йүнәлтелә. «Мәрхәмәт» фонды донъя йондоҙҙары ҡатнашлығында ҙур хәйриә концерттарын уҙғарыу йолаһын дауам итә. Был сараларҙа 2015 йылда Дмитрий Хворостовский һәм Илдар Абдразаҡов (концерт һөҙөмтәһе буйынса 63 балаға ярҙам күрһәтелде), 2014 йылда Алексей Кортнев һәм «Бәхетһеҙ осраҡ» төркөмө (17 балаға ярҙам күрһәтелде) ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1093183-v-ufe-sostoyalsya-blagotvoritelnyy-kontsert-serdtsa-chetyrekh-s-uchastiem-izvestnykh-rossiyskikh-sol/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть