Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81 ↑

EUR 75.32 ↑

20 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Владимир Путин телдәр хаҡында: «Милли мәсьәлә өлкәһендә бер ниндәй киҫкенлек юҡ»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

«Милли мәсьәлә өлкәһендә бер ниндәй киҫкенлек юҡ», — тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин ҙур матбуғат конференцияһында мәктәптәрҙә милли телдәрҙе өйрәнеү буйынса һорауға яуап биреп.

«Маҡсатыбыҙ – бөтә балаларға ла, Рәсәй Федерацияһының ниндәй биләмәһендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, киләсәк тормошо өсөн бер тигеҙ башланғыс шарттар булдырыу, — тип билдәләне дәүләт башлығы. — Кешеләрҙең милли телдәрҙе белеүе – ул бик мөһим тип уйлайым. Халыҡты татар, мари, чечен, яҡут телдәрен генә түгел, туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге менән тәьмин итергә кәрәк. Хоҙайға шөкөр, бындай телдәр беҙҙә байтаҡ. Мәҙәни һәм тел төрлөлөгө – был беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм байлығыбыҙ. Уға, бер һүҙһеҙ, булышлыҡ итергә кәрәк».

http://www.bashinform.ru/news/1093006-vladimir-putin-o-yazykakh-ya-schitayu-chto-u-nas-net-nikakoy-ostroty-v-sfere-natsionalnogo-voprosa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть