Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы республикала уртаса эш хаҡын атаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда ағымдағы йылдың октябрь айында уртаса эш хаҡы 30 035 һум тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт министрлығынан.

Август-октябрь айҙарында уртаса эш көсөн һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә эш көсө һаны яҡынса 2,059 миллион кеше тәшкил иткән. Әлеге мәлдә уларҙан 1,949 миллиондан ашыу кеше иҡтисадта мәшғүл.

Башҡортостанда дөйөм эшһеҙҙәр һаны 110 мең кеше тәшкил итә.

Дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,3 процентҡа тиң. Тотош Рәсәй буйынса был күрһәткес бер аҙға түбәнерәк – 5 процент, Волга буйы федераль округында тағы ла түбән – 4,4 процент.

Хәҙер эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9 498 һум тәшкил итә.

Башҡортостанда ноябрь айында эшһеҙлек буйынса уртаса пособие күләме 4 112 һумға етте, 2017 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында дөйөм алғанда 4154 һум.

http://www.bashinform.ru/news/1092999-mintrud-bashkirii-nazval-srednyuyu-zarplatu-v-respublike/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть