Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.41 ↓

EUR 69.07 ↑

24 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Мин яратам һине, Рәсәй!» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале: жюриҙа — Элвин Грей, лауреат — Өфөнән Магуля Мезинова

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡорт-татар эстрадаһының популяр йырсыһы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) Сочиҙа «Мин яратам һине, Рәсәй!» Бөтә Рәсәй йәштәр музыка фестивале жюрийы составында эшләне.

Һуңғы этапта төрлө төбәктәрҙән килгән финалсылар сәхнәгә сыҡты. Улар араһында ситтән тороп һайлап алыу турын һәм өҫтәмә һынауҙарҙы үткән яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар бар ине. Быйыл 18-30 йәшлек ҡатнашыусыларға уҡыусылар ҙа ҡушылды.

Башҡортостандан Магуля Мезинова менән Юлиә Бойконың (Мәскәү) дуэты икенсе урын яуланы һәм «Мин яратам һине, Рәсәй!» Бөтә Рәсәй йәштәр музыка фестивале финалы еңеүселәренең береһе булды. Ҡыҙҙар «В моей России» тигән йырҙы башҡарҙы. Йәш артистар «Таврида» Бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында танышҡан, һуңынан аралашыуҙан тыш, берлектәге ижадтарын дауам итергә хәл иткән.

«Йырыбыҙҙы киң аудиторияға тәҡдим итә алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ!» — тип билдәләне Магуля Мезинова.

Ижади үҫешкә һәм артистарҙы танытыуға булышлыҡ иткән бүләктәр: профессиональ йыр яҙҙырыу, видеоклип төшөрөү, телеканалдарҙа һәм радиостанцияларҙа яңғыратыу йәш музыканттар өсөн төп награда булды.

Сығыш яһаусыларҙы музыка өлкәһендәге эксперттар — Денис Гладкий һәм Александр Новиков («Интонация» төркөмө), режиссер Дмитрий Литвиненко, актриса Мария Әхмәтйәнова, DJ Feel (Top 100 world DJs), йырсы Екатерина Ковская, композитор Юлиана Донская, музыкант Владимир Ермолов (Вова Че Морале) һәм башҡалар баһаланы. Улар араһында Радик Юлъяҡшин да бар ине, ул «Өфө» тип яҙылған футболка кейгәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1092947-vserossiyskiy-molodezhnyy-festival-ya-lyublyu-tebya-rossiya-v-zhyuri-elvin-grey-laureat-ufimka-magul/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть