Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.62 ↑

EUR 69.26 ↑

23 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Владимир Путин: «Рәсәй киләсәккә ынтылырға, заманса булырға тейеш»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы бара. Йыл һайын дәүләт башлығы Рәсәй һәм сит ил журналистары менән осрашыу үткәрә.

«Һеҙ ни өсөн һайлауҙа ҡатнашаһығыҙ, маҡсатығыҙ ниндәй, Рәсәй өсөн ниндәй эштәр атҡарырға теләйһегеҙ һәм мөҙҙәтегеҙ аҙағында уны ниндәй итеп күрәһегеҙ?» тигән тәүге һорауға дәүләт башлығы былай тип яуапланы:

«Беләһегеҙме, Рәсәйҙе ниндәй итеп күрергә теләүем хаҡында төрлө сараларҙа, әңгәмәләрҙә күп һөйләнем. Тағы бер тапҡыр әйтәм: ул киләсәккә ынтылырға, заманса, сәйәси система һығылмалы булырға, иҡтисад юғары технологияларға нигеҙләнеп төҙөлөргә, хеҙмәт етештереүсәнлеге күп тапҡырға артырға тейеш.

Хәҙер минең дә, башҡа кандидаттарҙың да булырға тейешле һайлау алды программаһы хаҡында һөйләргә теләмәҫ инем. Программам бар. Ҡабатлап әйтәм: әле уның менән таныштыра торған формат түгел. Ләкин властың да, йәмғиәттең дә иғтибары тупланырға тейешле мөһим мәсьәләләрҙе һанап үтәм. Атап әйткәндә, улар – инфраструктураны, һаулыҡ һаҡлауҙы, мәғарифты үҫтереү, әйтеп үткәнемсә, юғары технологиялар, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу.

Быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, халыҡтың килемен арттырыуға йүнәлтелергә тейеш».

http://www.bashinform.ru/news/1092909-vladimir-putin-rossiya-dolzhna-byt-ustremlena-v-budushchee-byt-ochen-sovremennoy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть