Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.41 ↓

EUR 69.07 ↑

24 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө авиация университетына федераль инновацион майҙансыҡ статусы бирелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо менән Өфө дәүләт авиация техник университетына 2023 йылға тиклем федераль инновацион майҙансыҡ статусы бирелде. Юғары уҡыу йорто тәүгә бындай статусҡа эйә булды. Өфө дәүләт авиация техник университеты – 77 федераль инновацион майҙансыҡ исемлегенә ингән Башҡортостандың берҙән-бер юғары уҡыу йорто.

Өфө авиация университеты илдең алдынғы 20 вузына ингән, улар араһында Белгород дәүләт милли тикшеренеүҙәр университеты, Себер федераль университеты, Новосибирск дәүләт милли тикшеренеүҙәр университеты.

Федераль инновацион майҙансыҡтар булдырыуҙың маҡсаты: Рәсәй Федерацияһының төп социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәрен иҫәпкә алыу менән мәғариф системаһын яңыртыуҙы һәм үҫтереүҙе тәьмин итеү, мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһында дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу.

Федераль инновацион майҙансыҡтар селтәре эшмәкәрлеге менән министрлыҡ махсус рәүештә ойошторған орган – Мәғариф өлкәһендә инновацион инфраструктура булдырыу һәм уның эшләү һорауҙары буйынса координация советы идаралыҡ итәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1092914-ufimskiy-aviatsionnyy-universitet-poluchil-status-federalnoy-innovatsionnoy-ploshchadki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть