Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

«Рәсәй-1. Башҡортостан» каналында «Ислам Нуры» тигән дини рубрика сыға башлай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Рәсәй-1. Башҡортостан» каналында, «Хәйерле иртә, Республика!» тапшырыуында «Ислам Нуры» тигән дини рубрика сыға башлай. Ул һәр йома иртәнге сәғәт 9-ҙа сығасаҡ, тип хәбәр итте телеканалдың матбуғат секретары Наталья Агрова.

Авторҙарҙың идеяһын Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин хупланы, уларға уңыштар һәм илһам теләне. «Ислам Нуры» рубрикаһында ислам дине хаҡында мөһим һәм дөрөҫ мәғлүмәт – йолаларҙың, дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙең аңлатмаһы, мәҙәниәт һәм дин ғилеме менән таныштырыу тәҡдим ителә.

«Динебеҙ тормош юлдашын статусы, тышҡы билдәләре йәки йәмғиәттәге хәле буйынса түгел, ә Аллаһҡа табыныу буйынса һайларға ҡуша. Үҙенең яртыһын таба алғандар һәм дини ғаилә ҡорғандар бәхетле. Шуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ яңғыҙ ҡалған кешеләр бар, ниңә шулай килеп сыға һуң? Тормоштағы иң мөһим — ғаилә ҡороу мәленә ислам дине ҡарашынан күҙ һалып ҡарайыҡ», —  тип һөйләй «Ислам Нуры» рубрикаһын алып барыусы Илмира Арыҫланова.

http://www.bashinform.ru/news/1092885-na-kanale-rossiya-1-bashkortostan-poyavitsya-musulmanskaya-rubrika-islam-nury/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть