Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Донъя ярыштарында еңеү яулаған республика спортсыларына күпме аҡса ҡаралған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2017-2012 йылдарҙа олимпия, паралимпия, сурдлимпия һәм үҫмерҙәр уйындарында, чемпионаттарҙа, донъя һәм Европа беренселегендә призлы урындар алған республика спортсыларын һәм уларҙың тренерҙарын аҡсалата дәртләндереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, аҡсалата дәртләндереүгә Башҡортостан спортсылары һәм уларҙың тренерҙары хоҡуҡлы.

Олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындарында еңгән өсөн 1,5 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. Икенсе һәм өсөнсө урын алған спортсыларға иһә 1 миллион 500 мең һум.

Үҫмерҙәр араһында олимпия уйындарында еңгән өсөн матди ярҙамдың күләме аҙыраҡ – 250 мең һум. Икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн 200 һәм 150 мең һум тапшырыла.

Спортсыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын аҡсалата бүләкләүҙең тулы исемлеге, уны алыу тәртибе менән Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1092844-skolko-poluchat-sportsmeny-bashkirii-za-pobedu-na-mirovykh-sorevnovaniyakh-v-pravitelstve-nazvali-su/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть