Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан гүзәле-2017» матурлыҡ конкурсы: ҡыҙҙар сәхнәгә ир-егеттәр менән сыға

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ конкурсында һәр ҡыҙ сәхнәгә ир туғаны — атаһы, ағаһы (ҡустыһы) йәки тормош иптәше менән сыға. Тажға дәғүә иткән 14 һылыуҡай араһында кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Уларҙың йәше — 16-нан 26 йәшкә тиклем.

«Башҡортостан гүзәле» бөтә халыҡ матурлыҡ һәм йолалар бәйгеһенең финалы 19 декабрҙә Конгресс-холда уҙа. Ҡатнашыусыларҙың социаль хәле, параметрҙары әһәмиәткә эйә түгел.

«Был моделдәр конкурсы түгел, ҡыҙҙарҙың сибәрлеге уның оҙонлоғо менән баһаланмай», — тип белдерҙе матбуғат конференцияһында конкурсты ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова.

Төп критерийҙар иҫәбендә — сәхнә һөйкөмлөлөгө һәм аҡыл, башҡорт йәки татар телен белеү. Ҡыҙҙарҙың интеллектын асыуға йүнәлтелгән этаптарҙың береһе «ваҡыт видеокапсулаһы» тип атала. Һәр ҡатнашыусы киләсәк быуындарҙың ҡыҙҙарына мөрәжәғәт яҙған. Сибәркәйҙәр үҙҙәренең һомғоллоғон күрһәтеү өсөн хореограф, «Һылыуҡай» бәйгеһендә ҡатнашҡан Әлиә Әбдрәшитова етәкселегендә «Томбойоҡ» тигән башҡорт бейеүен һәм пластика элементтары менән актер этюдтары әҙерләй.

«Ҡыҙҙар үҙҙәрен сәхнәлә матур итеп тоторға өйрәнә, тәжрибә туплай, таныша, яңы дуҫтар таба. Конкурстан һуң тормошта ла хеҙмәттәшлек итә алған әҙер команда сығарыла. Төп маҡсатыбыҙ — ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү һәм йәштәрҙе берләштереү. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең концепцияһы — «ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе», илдең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булһын өсөн», — тип билдәләй жюри рәйесе Гөлнур Ҡолһарина. Уның составында шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телеканалы директоры Шамил Ишемйәров, конкурс бағыусылары һәм партнерҙары вәкилдәре бар.

Приз фонды ярты миллион һум тәшкил итә. Еңеүсе төп приз — аҡ шәшке тун һәм гәүһәр муйынсаҡ, шулай уҡ 2018 йылда «Рәсәй королеваһы International» конкурсының финалында ҡатнашыу өсөн сертификат менән бүләкләнә. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла бүләктәр — «килен бирнәһе», матурлыҡ салондарына сертификаттар, милли биҙәүестәр, косметика, сувенирҙар тапшырыу ҡаралған. Интернетта ла ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү бара, еңеүсегә тамашасылар һөйөүе призы тапшырыла.

Конкурстың финалы гала-шоу форматында уҙғарыла. Байрамға махсус рәүештә популяр эстрада йырсыһы Лилиә Букеева килә. Яңы йыл алды шоуы тамашасылары өсөн бүләктәр уйнатыла.

«Башҡортостан гүзәле» бөтә халыҡ матурлыҡ һәм йолалар бәйгеһе Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе, Башҡорт-ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте булышлығында ойошторола. Конкурстың маҡсаты — милли телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ йолаларын пропагандалау, быуаттар буйына Башҡортостан ерендә берҙәм йәшәгән ике туғандаш халыҡтың йәштәр аудиторияһы араһында дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыу. «Башҡортостан гүзәле» бөтә халыҡ матурлыҡ һәм йолалар конкурсын йыл һайын үткәреү күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1092437-konkurs-krasoty-bashkortostan-guzele-2017-na-stsenu-devushki-vyydut-s-muzhchinami-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть