
Ырымбур өлкәһендә үҫмер юғалған: уның Өфөлә булыуы ихтимал Фото: «Балаларҙы эҙләү — Өфө» төркөмө (Башҡортостан)/vk.com
Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:
Ырымбур өлкәһендә үҫмер юғалған: уның Өфөлә булыуы ихтимал Фото: «Балаларҙы эҙләү — Өфө» төркөмө (Башҡортостан)/vk.com
Ырымбур өлкәһендә үҫмер юғалған: уның Өфөлә булыуы ихтимал Фото: «Балаларҙы эҙләү — Өфө» төркөмө (Башҡортостан)/vk.com
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Ырымбур өлкәһенең Заречье ҡасабаһында йәшәгән 13 йәшлек Артём Лидер бөгөн иртән йәки төндә өйҙән сығып киткән, тип яҙалар «Бәйләнештә» селтәрендәге «Балаларҙы эҙләү — Өфө» (Башҡортостан) төркөмөндә.
«Эргәнән Өфө трассаһы үтә, бәлки, ул шул яҡҡа юлланғандыр. Эҙҙәр трасса яғына илтә, телефоны һүндерелгән», — ти туғандары.
Малайҙың билдәләре: ҡара сәсле, битендә һипкелдәре бар, ҡыҫығыраҡ күҙле.
Күк төҫтәге куртка кейгән. Ҡара-һоро йәки ҡара төҫтәге «Адидас» рюкзагын аҫҡан. Сағыу күк ботинкалар. 1,5 литрлыҡ шешә менән һыу, телефонын алған.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8-922-815-22-74 (Диана).
http://www.bashinform.ru/news/1092878-propal-podrostok-rodstvenniki-predpolagayut-chto-on-mozhet-byt-v-ufe/?utm_source=vk&utm_medium=manager&utm_campaign=smm