Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан фристайлсылары Ҡытайҙа Донъя кубогында сығыш яһай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостан фристайлсылары Рука курортында йыйылыштан һуң Европа кубогына юлланды һәм «акробатика» дисциплинаһында сығыш яһаны. Халыҡ-ара ярыштарҙа республиканан ғәҙәттәгесә алты спортсы: Кирилл Самородов, Кристина Спиридонова, Вадим һәм Илдар Хәкимовтар, Егор Кузьмин һәм Сергей Семенов ҡатнаша.

«Призлы урындарға саҡ ҡына етмәй ҡалған олимпия йыйылмаһына дәғүәселәр – Кирилл Самородонов һәм Кристина Спиридонова. Кирилл «Халыҡ-ара класында спорт мастеры» исеменә норматив үтәне, ә Кристина һәм Егор Кузьмин «Рәсәйҙең спорт мастеры» булды, — тип аңлаттылар Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Европалағы ярыштарҙан һуң Кирилл Самородов һәм Кристина Спиридонова Ҡытайға юлланды. Унда улар 16 һәм 17 декабрҙә Донъя кубогы этабында сығыш яһай.

http://www.bashinform.ru/news/1092694-fristaylisty-bashkirii-vystupyat-na-kubke-mira-v-kitae/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть